Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Американың Гаваи штаттарында вулкан бомбаһы туристик судноға төшкән. Унда ике айҙан ашыу Килауэа вулканы урғыла. Һөҙөмтәлә янар туптар океанға төшә. Шуларҙың берәүһе туристарҙы йөрөткән һыу судноһына килеп эләгә. Уның ҙурлығы баскетбол тубы хәтлем генә булһа ла, 23 кеше зыян күргән.
  • Ә Ҡара диңгеҙҙә ҡойон ҡотора. Тәбиғәттең был күренешен балыҡсылар видеоға төшөрөп интернетҡа һалған. Ҡойон уларҙың карабынан 500 метр алыҫлыҡта ғына үткән.
  • Япон диңгеҙендә иһә 1905 йылда юғалған “Дмиртрий Донской” крейсеры табылған. Карап Уллындо утрауынан 1,3 километр алыҫлыҡта һәм 434 метр тәрәнлектә ята. Водолаздар суднола япон снарядтарының эҙҙәре күп, әммә палубаһы яҡшы һаҡланған,тип белдерә. Дмитрий Донской Рәсәй имераторы флотының составында рус-япон һуғышында ҡатнашҡан.
  • “Ебәк юл — 2018” стартҡа әҙерләнә. Быйыл халыҡ-ара ралли маршрутының оҙонлоғо 2500 километрҙан ашыу. Старт 20 июлдә Әстрәхәндә башланып, 27 июлдә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда тамамлана. Ярышта джиптар һәм йөк машиналары ҡатнаша.