Бөйөк Ватан һуғышының дәһшәтле көндәрен һөйләгән етмеш ете төрлө хат. Ауырғазы районы Юламан ауылында йәшәүсе Никитиндар ғаиләһе ҡартатаһы яҙған хаттарҙы тапҡан. Емельян Никитиндың ҡатыны Рәйсә был хазиналарҙы һандыҡ төбөндә һаҡлаған. Сыуаш телендә яҙылған хаттарҙы улар рус теленә тәржемә итеп, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, ҡартатаһы тураһында һөйләй. Бөйөк Ватан һуғышының аяуһыҙ көндәрен, ил тарихын, һалдаттарҙың батырлығын бөгөнгө көнгә тиклем теүәл һаҡланып килгән етмеш ете хат һөйләй. Ауырғазы районы Таштамаҡ ауылында тыуып үҫкән Рәйсә Никитинаға был хаттарҙы уға ҡанлы яландан ире яҙа. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем тоғро көткән тыл ветераны өсөн аҡ ҡағыҙҙар иң ҡиммәтле әйберҙәрҙән һанала. Рәйсә Никитинаның өйөндә йоҙаҡ менән бикләнгән һандыҡ ултырған, әммә уның эсендә нимә һаҡланғанын ул бер кемгә лә һөйләмәгән. 1995 йылда үлеп киткәс, уның ейәнсәрҙәре был ҡомартҡыны асып, яулыҡҡа уралған хаттарға тап була. Иң тәүге хат 1940 йылдың 5 июлендә, ә һуңғыһы 1944 йылдың 28 февралендә яҙылған. Әммә ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Валентина Никитинаның ҡартатаһы һуғыштан әйләнеп ҡайтмай. Тыуған ил, ер өсөн көрәшеп, һуғыш яланында ҡалған батыр хаттары ғаилә өсөн ҙур ҡомартҡы булып һаҡлана. Сыуаш телендә яҙылған хаттарҙы башҡалар ҙа аңлаһын өсөн туғандары рус теленә тәржемә итә. Нисәмә йылдар буйы һаҡланып килгән был хаттарҙы ҡулға алғанда ла ҡанлы һуғыш, батырҙарыбыҙҙың ауыр тормошо күҙ алдына килеп баҫа. Бер битлек хаттарҙан ғына ла Емельян Никитиндың башҡа һалдаттар менән ниндәй ҡалала булғаны, нисек фашистар менән алышҡанын белеп була. Ҡанлы яланда фашистар менән һуғышһа ла, ул яңғыҙ ҡалған ғаиләһе өсөн борсолоуын белдерә, хаттарында үкенеү тойғоларын яҙа. “Беҙ әле Өфөлә. Хәлем насар. Илде шундай шомлолоҡ баҫып алған...ҡурҡыныс...Эх, һарайҙы ғына эшләп бөтә алманым, ҡышҡылыҡҡа утын да әҙерләп өлгөрмәнем. Бурысҡа алған аҡсаны әлегә түләмәй тороғоҙ...Минең киләһе хатым ныҡ ҡыҫҡа булыр. Беҙ әле һалдаттар менән урманда йәшәйбеҙ. Немецтар туҡтауһыҙ һөжүм итә. Был урындан әлегә китә алмайбыҙ. Алда нимә булыры ҡараңғы...Бәлки, ошо хатым һуңғыларынан булыр...Ҡәҙерле өләсәй! Һәр бер яҙған хатымда мин һиңә ҙур-ҙур сәләмдәремде еткерәм. Һиңә ул хатты уҡыйҙармы юҡмы, белмәйем... мин ҡот осҡос һуғышта ла һине уйлайым, өләсәй! Эх, әле һинең тәмле итеп бешергән картуфыңды ашар инем. Һин минең иң яратҡан кешем! Ауырыма, йәме! Ейәнең Емельян.”
Ғаилә генә түгел, ә тарих биттәре өсөн дә ҙур хазина булып һаҡланған хаттар тураһында Никитиндар ғаиләһе төрлө конференцияларҙа сығыш яһай, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар ала. Быйыл да улар “Ғаилә ҡомартҡыһы” тип аталған бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, икенсе турға уҙа. Киләһе тур көҙгөһөн Мәскәүҙә үтәсәк. Әйткәндәй, быуат биттәрен һөйләгән хаттар менән тарихсылар ҡыҙыҡһына, күптәр музей кәштәләренә һорай. Ейәнсәрҙәре һөйләүенсә, Емельян Никитин гармунда уйнарға яратҡан. Бер хатында уны һатмауҙарын һорай, һуғыштан ҡайтҡас, бөтә ауылға уйнармын, тип хыяллана. Тап ошо гармунда уның ейәнсәрҙәре беренсе тапҡыр көй сығара ла инде. Фотоһүрәте булмаһа ла, ҡартаталарынан ҡалған ҡомартҡыларҙы Никитиндар ғаиләһе күҙ ҡараһылай һаҡлай. Йәш быуынды һуғыш осоро менән таныштырып, тыуған ерҙе һаҡларға һәм ата-бабаларыбыҙға рәхмәтле булырға өйрәтергә теләй улар.