Енәйәтсе үҙ хөкөмөн алды

Тулыраҡ: Енәйәтсе үҙ хөкөмөн алды

Бөгөн ҙур транспорт компанияларының береһе етәксеһе урынбаҫары Альфред Исламовтың енәйәт эше буйынса суд ҡарары сыҡты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр март айында ул танышы Әмирйән Вәлиуллинды үлтереүҙә ғәйепләнеп, ҡулға алынғайны. Әмирйән Вәлиуллин ҡала – ара рейстарҙы хеҙмәтләндереүсе бер-нисә автобус хужаһы була. Әммә килемдең әҙ булыуы арҡаһында, ул фирманан айырылып тиҙҙән үҙе водителдәр йыйған. Бындай юл етәкселәргә оҡшамай. 2017-се йылдың 29 мартында Әмирйән Вәлиуллиндың тәнен Сипайлово биҫтәһендә табалар. Уның түшенә бысаҡ ҡаҙап китәләр. Енәйәтсене икенсе көнөнә үк ҡулға алалар. Октябрь районы суды ғәйепле тип танылған Альфред Исламовты ун йылға иркенән мәхрүм итте һәм Вәлиуллиндар ғаиләһенә бер миллион ярым һум аҡса түләргә тейеш тигән ҡарар сығарҙы. Мәрхүмдең ҡатыны һәм дүрт үҫмер балаһы тороп ҡалған.