Урман хужалыҡтары яңы техника менән йыһазландырыласаҡ

Тулыраҡ: Урман хужалыҡтары яңы техника менән йыһазландырыласаҡ

Ағас ҡырҡыу, сығарыу һәм ташыу өсөн махсус машиналарҙан тыш хужалыҡтар ябай тракторҙарға ла мохтаж. Улар янғын һүндереү, урман һыҙаттарын тәртиптә тотоу кеүек ҡәҙимге эштәрҙә ҡулланыла. Республика хөкүмәте президиумы “Ҡырҡынды файҙалы үҙләштереү саралары тураһында” инициативалы проектты раҫланы. Төбәктә тупланған 765 миллион кубометр ағас запастарының йылына 9 миллион кубометрын әҙерләү мөмкинлеге бар. Иҫәпкә алынған ҡырҡынды файҙаланыу күләме әлегә түбән. 2017 йылғы 28,8 проценттан 2030 йылға тиклем был күрһәткесте 62 ярым процентҡа еткереү күҙ уңында тотола. Күрелгән саралар урмандарҙың санитар торошон яҡшыртыу, янғын хәүефһеҙлеген кәметеү менән бер рәттән урман хужалыҡтары килемен арттырып эшкәртеүсе предприятиеларға сеймал тапшырыу кимәлен күтәрергә булышлыҡ итәсәк. Президиум ағзалары раҫлаған өҫтөн төбәк программаһы ла сәнәғәттә етештереүсәнлек күләмен арттырыуға һәм мәшғүллекте тәьмин итеүгә йүнәлтелә. Был бурысты атҡарыу буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең алты пилот төбәге иҫәбендә. Программа сараларына ярашлы 2024 йылға тиклем урта һәм эре предприятиеларҙа етештереүсәнлекте һәр йылда 5 процентҡа арттыра барыу күҙ уңында тотола. Ошо арауыҡта вазифаһы ҡыҫҡартылған хеҙмәткәрҙәрҙе артабан эш менән тәьмин итеү ҡарала. Хөкүмәт президиумы ултырышында Башҡортостанда “Асыҡ сифат” мәғлүмәт порталын ойоштороу тураһында ла фекер алышыу булды. Республика ҡулланыусыларына ул төрлө тауарҙарҙың сифатына ҡағылған тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре менән танышырға булышлыҡ итәсәк. Проект халыҡтың мәғлүмәти белемен асыҡларға ла ярҙам итә. “Цифра белеме” инициативалы проект республикала бойомға ашырылған “Электрон мәғариф” порталын ҡулланып кешеләрҙең белемен тест ярҙамында барлап 3 баҫҡыстан торған портфолио булдырыуҙы күҙ уңында тота.