- Дуҫ, йәки дошман. Америка Ҡушма штаттары президенты Владимир Путинды Вашингтонға ҡунаҡҡа саҡырған. Беҙҙең ил башлығы менән Дональд Трамтың осрашыуы көҙгә билдәләнеүе ихтимал. Уларҙың Хельсинкилағы һөйләшеүҙәрҙән һуң, Америка лидерын үҙен бик йомшаҡ тотҡаны өсөн тәнҡитләһәләр ҙә, ул Путин менән киләһе осрашыуҙы түҙемһеҙләнем көтәм, тине. Шулай ҙа, уртаҡ тел тапмаһалар, Путинға иң ҡаты дошман буласаҡмын, тип ишара яһаны.
- Фигуралы шыуыу спорты ҙур юғалтыу кисерҙе. Донъя чемпионаттарының призеры, Сочилағы олимпиадала бронза миҙал яулаусы Денис Тен һәләк булған. Алма-ата ҡалаһында автомобиленең көҙгөләрен урларға йыйынған енәйәтселәрҙе туҡтатырға йыйынғанда Ҡаҙағстан фигурисына бысаҡ ҡаҙайҙар. Ул алынған йәрәхәттәрҙән һәм күп ҡан юғалтып, дауаханала йән бирә. Бер ай элек кенә егеткә 25 йәш тулған.
- Нью-Йоркта пар торбаһы шартлаған. Ҙур шартлау Флэтайрон кварталында теркәлгән. Һөҙөмтәлә аҡ пар йомғағы ҡала өҫтөнә күтәрелгән. Ҡотҡарыусылар фажиғә урынына яҡын йәшәүселәрҙе эвакуациялаған. Эргә-тирәләге урамдар ябылған, полиция хеҙмәткәрҙәре ғәҙәттән тыш хәл урынына яҡын килмәҫкә саҡыра. Зыян күреүселәр тураһында хәбәр ителмәй.
- Ә Швеция урмандарын янғындар баҫып алған. Илдең өс өлкәһендә 60-тан ашыу янғын усаҡтары теркәлгән һәм был һан арта ғына. Әле 2 мең ярым гектар ерҙе ут ялмап алған.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре