Ил президенты Владимир Путин яңы маҡтаулы исем тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Тулыраҡ: Ил президенты Владимир Путин яңы маҡтаулы исем тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Ул “Рәсәйҙең атҡаҙанған мәғлүмәт һәм элемтә хеҙмәткәре” һәм “Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисты” тип аталасаҡ. Яңы указ менән бергә был исемдәрҙе алыу ҡағиҙәләре лә раҫланды. Дәүләт наградаһына ярашлы ғәмәлдәге законға тейешле үҙгәрештәр индерелде. Владимир Путин билдәләүенсә, журналист һөнәре ул мөһим, ҡатмарлы, ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта хәүефле һәм бик кәрәкле һөнәр.