Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙар

Тулыраҡ: Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙар

9 сентябрь - Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау көнө. 5-се саҡырылыш депутаттары июнь айында һуңғы ултырыштарын үткәрҙе. Әле һайлау кампанияһын ойоштороу эштәре бара. Ул тағы ла ай ярым дауам итәсәк. Бөгөн Хәйерле иртә, республика тапшырыуында телевизор ҡараусыларҙы Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һайлау комиссияларында барған эш менән таныштырҙы. Депутатлыҡҡа кандидаттар һәм уларҙың вәкилдәре исемлеген теркәү ике көндән тамамлана, тип белдерҙе ул һәм кандидаттарҙың әүҙемлеге тураһында һөйләне. Тура эфирҙа барған әңгәмәлә Хәйҙәр Арыҫлан улы тамашасыларҙың да һорауҙарына яуап бирҙе.