Башҡортостанда иман йорттары берәүгә артты

Тулыраҡ: Башҡортостанда иман йорттары берәүгә артты

Әбйәлил районының Шәрип ауылында аҙан тауышы яңғыратып мәсет асылды. Әбйәлил районының тағы ла бер-нисә ауылында быйыл иман йорттары үҙ ишектәрен асасаҡ. Шәрип ауылында борондан диндарҙар күп булған, бында революцияға тиклем мәҙрәсә лә эшләгән. Үкенескә ҡаршы, совет осоро елдәре был төбәкте лә урап үтмәй, ауыл халҡы мәҙрәсәһеҙ һәм мәсетһеҙ тороп ҡала. Ниһәйәт 100 йылдан ашыу ваҡыт үткәс, иман йорто үҙ ишектәрен аса. Изге йортто элекке нигеҙе урынына ултырталар. Шәриптә 100-гә яҡын өй иҫәпләнә, уларҙа 300-ҙән ашыу кеше йәшәй. Иманға ынтылышы ҙур булған ауыл халҡы мәсет асылыуын түҙемһеҙлек менән көткән. Ғибәҙәт йортон төҙөүгә лә күмәкләп тотонғандар. Иманлы ерҙә бәрәкәт тә, татыулыҡ та бар, ти диндарҙар. Әбйәлил районында 49 мәсет бар, тағы ла 12 урында иман йорто төҙөлә. Тиҙҙән, Иҙәш-Ҡусҡары, Әбделғәзе, Иҫке Балапан, Ғәбдин, Йәнекәй ауылдары халҡы ла аҙан тауышын ишетеп ҡыуанасаҡ. Ҡорбан ғәйетенә Таштуй ауылында ла мәсет асыу күҙаллана, уныһы Әбйәлилдә иленсеһе буласаҡ. Иман йортоноң иҙәне йылытыла, ә үҙе һигеҙ мөйөшлө. Мәсет янында йәштәр һәм балалар өсөн махсус урын да әҙерләнгән. Тиҙҙән, бында йома намаҙҙары, дини байрамдар, никах туйҙары үткәреләсәк. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 3 мең тирәһе мәсет бар һәм йылдан йыл изге урындар арта бара. Иман йорто булған ауылдарҙа бәрәкәт арта, ти диндарҙар.