Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы республиканың йәш депутаттары ассоциацияһы менән берлектә март айында “Фермер мәктәбе”н ойошторғайны. Мәктәптә апрелдән башлап дүрт ай дауамында 30 прект авторы уҡыны. Шуларҙың иң яҡшыһы тип табылғандарын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов осрашыуға саҡырҙы. “Фермер мәктәбе”н тамамлаусылар үҙҙәренең проекттары менән таныштыра. Агротуризм, һөт, ит ризыҡтарын, бал етештереү, малсылыҡ һәм балыҡсылыҡҡа йүнәлтелгән улар. Республиканың йәш депутаттары ассоциацияһы белгестәре фермерҙарға крәҫтиән фермерлыҡ хужалыҡтарының иҡтисады, финанслау һәм идара итеү алымдары, юридик үҙенсәлектәр һәм шәхси үҫешкә бәйле курстар ойошторҙо. Министр менән тикшерелгән һәр проект эшләй башлаған. Фермерҙар үҙ иңендә башлаған эштәренең ауырлыҡтарын да, мәсьәләрҙе хәл итеү юлдарын да тойоп өлгөргән. Илшат Илдус улы һәр проект менән танышҡандан һуң уны артабан нисек тормошҡа ашырырға була, ҡайһы хужалыҡтарға барып тәжрибә тупларға, ниндәй йүнәлештәр буйынса дәүләт ярҙамын юллау мөмкинлеге тураһында кәңәштәрен бирҙе һәм һәр хужалыҡтың эше менән яҡындан танышырға теләк белдерҙе. Проекттарға дәүләт яғынан ҡыҙыҡһыныу барлығы “Фермер мәктәбе”н тамамалаусылар өсөн өҫтәлмә көс тә бирә һәм ауырлыҡтарҙы сисеү юлын тиҙерәк табырға ярҙам итә. “Фермер мәктәбе” республика проектына артабан да тыңлаусылар ҡабул ителәсәк. Республиканың йәш депутаттары ассоциацияһы уны көҙгөһөн башларға ниәтләй.
Фермер мәктәбе
Тулыраҡ: Фермер мәктәбе