Шаран районының Яңы Йомаш ауылында йәшәүсе һәр кем ер еләген үҫтереү йәки умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Иң мөһиме йәштәр ауылдан китергә ашыҡмай, ә киреһенсә тыуған яҡтың хужалығын үҫтереү маҡсаты менән йәшәй. Василий Степанов өсөн йәй дүртенсе йыл рәттән иң ҡыҙыу эш миҙгеле. Ул үҙенең 10 сутый ерендә ер еләктәрен үҫтерә. Уның түтәлдәрендә ҡыҙыл емештең ниндәй генә төрө юҡ. Еләк үҫтереү еңелдәрҙән түгел. Уға айырым тәрбиә кәрәк. Степановтар ғаиләһе еләк майҙанында тәүлек әйләнәһенә тиерлек эшләй. Һөнәре буйынса быраулаусы, булмышы менән фермер. Татлы ризыҡ үҫтереү менән Максим бала сағынан шөғөлләнә. Еңел булмаған эштең нескәлектәренә уға әсәһе өйрәтә. Хәҙер инде ул ер еләген күмәртәләп һата. Рима Ларионова аҡ халатын умартасы костюмына алыштыра. Умартасылыҡ менән ул 25 йылдан ашыу шөғөлләнә. Ҡортосолоҡ менән шөғөлләнеү ул минең өсөн ял, ти ханым. Егәрле халыҡ ул Яңы Йомаш ауылында йәшәүселәр. Ауылда ни бары 350 булһа ла, һәр береһе ер еләген үҫтереү, йәки умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Хәҙер ул үҙенсәлекле ауыл баллы-еләкле яҡ тип атала.
Баллы-еләкле яҡ
Тулыраҡ: Баллы-еләкле яҡ