Белореттағы Ҡаһарман ауылы халҡы республика йәмәғәтселегенән ярҙам һорай. Был биләмәлә йәшәүселәр тамьян ырыуы башлығы Шәғәле Шаҡман иҫтәлеген мәңгеләштерегә ниәтләп, ул ерләнгән зыяратта ҙур стела ҡуйыу маҡсаты менән яна. Тик был проектты бойомға ашырыу өсөн 225 мең һум самаһы аҡса кәрәк. Иҙелбашындағы Ҡаһарман ауылы тамыры Әбйәлил районындағы Юнай ауылына барып тоташа. 1834-се йылда урядник Ҡаһарман Юнаев ошо ергә килеп төпләнеп, буласаҡ ауылға үҙ исемен бирә. Ҡаһарман Ҡаҙаҡҡол улы 1805-1807-се йылдарҙа Рәсәй менән Франция араһындағы һуғышта ҡатнашҡан һалдат. Ғөмүмән, унынсы ревизия һөҙөмәләре буйынса был йылдарҙа хәҙерге Ҡаһарман ауылы урынында 23 йорт булып, уларҙа 114 кеше йәшәгәнлеге билдәле. Ҡаһармандың икенсе исеме лә бар. Халыҡ телендә ҡасандыр уны Ҡотҡор тип йөрөткәндәр. Ул ауыл янындағы Ҡотҡор йылғаһына бәйле. Ҡаһарман ауылы зыяраты башҡорт илсеһе Шәғәле Шаҡмандың һуңғы төйәге, тигән рәсми мәғлүмәттәр тик 1960-сы йылдарҙа ғына киң йәмәғәтселеккә сығарыла. Быға тиклем, аҡһаҡалдар ошо мәғлүмәтте сер итеп тотоп, быуындан-быуынға ғына тапшырып килә. Шәғәле Шаҡман ҡәбере иһә үҙенең ҙурлығы менән хайран итә. Уның сәбәбен дә аңлатырға мөмкин. Риүәйәтәтр, халыҡ һөйләүе буйынса Шәғәле Шаҡман ҙур кәүҙәле бәһлеүән булған. Ул хатта ағастарҙы ла тамыры менән йолҡоп ала. Шулай ҙа иң мөһиме – тап Шәғәле Шаҡман башҡорттарҙы Рәсәй дәүләтенә ҡушылырға өндәүсе, ошо эште аҙағынаса алып барып еткереүсе илселәр иҫәбенән. Заманса әйткәндә, Шәғәле Шаҡман үҙ заманының дипломаты ла. Шәғәле Шаҡман тамьян ырыуы вариҫтары өсөн төп легендар шәхес. Тархандың Ҡаһарман зыяратында ерләнгәнен белгәндән һуң, уның һөйәктәрен ҡаҙып алып, икенсе районға күсереп алып китергә теләүселәр ҙә күбәйә. Тик Ҡаһарман халҡы бындай үтенесте ҡырҡа кире ҡаға. Шәғәле Шаҡман вариҫтарының бөгөн тағы бер хыялы бар. Батыр олаталары тыуыуына 500 йыл тулыу айҡанлы, уның һуңғы төбәге эргәһендә иҫтәлекле стела ҡуйыу. Бының өсөн әллә ни күп аҡса ла кәрәкмәй. Ил төкөрһә – күл була, тигәндәй, әгәр ҙә йыйналышып һәр кем үҙ иғәнәһен индерһә, киләһе йыл Ҡаһарман ауылында тағы ла бер һәйкәл булып, бөтә сәйәхәтселәрҙе үҙенә саҡырып тотор ине. Ауыл халҡының иң ҙур хыялы әлегә ошондай изге уйҙарҙан тора.
Шәғәле Шаҡман вариҫтары
Тулыраҡ: Шәғәле Шаҡман вариҫтары