Янғантау геопаркын ойоштороуға 1 миллиард 100 миллион һум аҡса талап ителә

Тулыраҡ: Янғантау геопаркын ойоштороуға 1 миллиард 100 миллион һум аҡса талап ителә

Республика башлығы эргәһендәге фәнни совет ултырышында төбәктең индустриаль булмаған үҫешенә булышлыҡ итер проектты ғилми яҡтан тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды. Быйыл сентябрь айында Янғантауҙың геопарк булараҡ рәсми танылыуы көтөлә. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ул халыҡ-ара кимәлдә дәрәжәгә өлгәшер өсөн ЮНЕСКО тарафынан раҫланған бар талаптарға яуап бирә. Проектты ғәмәлгә ашырыуға ғилми нигеҙ һалыу мөһим. Республикала тағы ла бер нисә геопарк ойоштороу мөмкинлеге бар. Был йәһәттән геопарк төшөнсәһен законда нығытыу һәм улар сиктәрендә фәнни-белем базаһын булдырыу бурысы тора.