Был турала республиканың транспорт буйынса дәүләт комитеты белдерҙе. Әлеге ваҡытта беҙҙең ижади төркөм күперҙә барған эштәр менән таныша. Хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова беҙҙең менән тура бәйләнештә. Әлеге ваҡытта күперҙә һуңғы эштәр башҡарыла. Һәм ниһайәт, ике көндән, 26 июлдә, еңел автомобилдәр өсөн ул асыласаҡ. Был күптән көтөлгән ваҡиға. Тиҙҙән күп сәғәтлек тығындар иҫләп һөйләүгә генә ҡаласаҡ. Р-420 “Өфө – Ырымбур” федераль юлы тап ошонда башлана. Күперҙе 1953 йылда төҙөй башлайҙар һәм өс йылдан һуң файҙаланыуға тапшыралар. Өфөнөң легендар күпере 61 йыл хеҙмәт иткән. Ул 2014 йылда авария хәлендә тип табылып, былтыр декабрҙә ябылды. Сәбәбе — тимер конструкцияларҙы тоташтырған бетондың ярылыуы. Башта йөк автомобилдәренә үтеү тыйылып, тик еңел транспорт ҡына йөрөй ала ине. Киләсәктә лә унан йөк автомобилдәренә үтеү сикләнәсәк. Төбәк башлығы Рөстәм Зәки улы күперҙәге ремонт эштәре менән тпанышҡанда, уның хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтыу өсөн, күперҙе асҡандан һуң да ремонт эштәрен дауам итергә ҡушты. Улар иҫәбендә – таяу ҡоролмаларын коррозияға ҡаршы эшкәртеү, күпергә йөкләмәне кәметеү өсөн ҡайһы бер суйын ҡоролмаларҙы еңелерәктәргә алмаштырыу һәм башҡалар. Республикала әлеге ваҡытта тиҫтәләгән күперҙе төҙөү һәм ремонтлау эштәре алып барыла. Иң ҙуры шулай ҙа – баш ҡаланы бихисап ҡалалар һәм төбәктәр менән тоташтырыусы ошо күпер.
Ағиҙел күпере аша транспорт йөрөй башлаясаҡ
Тулыраҡ: Ағиҙел күпере аша транспорт йөрөй башлаясаҡ