Сик кәртәләре менән “өмөтһөҙ” хөкөмө – ҡамасау түгел. Ғәрәп илдәренән Башҡортостанға юлланған кешеләрҙе бер маҡсат берләштерә – улар донъяны үҙ күҙҙәре менән күрергә теләй. Мхәнәүи Шитиру Фиаль Ғәҙән күҙҙәрен асыуға һуңғы өмөтөн Өфө табиптарына бағлай. Профессор Эрнст Мулдашев һәм уның тылсымлы ҡоралы тураһында ғәрәп доъяһы күптән хәбәрҙар. Юғиһә Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластика хирургияһы үҙәгендә Яҡындағы көнсығыш дәүләттәренән килгән пациенттар һаны артмаҫ та доктор үҙе ғәрәп телендә аралашмаҫ ине. Егерме йыл буйына һуҡырайыуҙы туҡтатыр белгесте үҙ илендә лә, Европа дәүләттәрендә лә таба алмаған Ирак шейхы, Өфөлә операцияның иртәгәһенә күреү бәхетен ҡайтарғас, күҙ йәштәрен тыймай. Донъяла тиңе булмаған аллоплант мөғжизәһен Алжир ҡыҙы Хайфа ла үҙ тәнендә татыған. Испания, Франция офтальмологтарының өмөтһөҙ тигән хөкөмө менән ризалашмай Өфөгә килеүгә өлгәшә. Операциянан һуң уянған минутын үҫмер тулҡынланыу менән хәтерләй. Ҡыҙының шатлыҡ мәлдәрен әсә видеояҙмаға теркәп бара. Был хәтирә генә түгел, Өфөләге күҙ һәм пластика хирургияһы үҙәге тураһындағы мәғлүмәтте башҡаларға танытыр өсөн дә мөһим. Әле бында Ливия, Алжир, Мысыр, Ирактан килгән сирлеләр дауалана. Башҡортостан табиптары ҡулланған ысул һуҡырайыуҙың иң ҡатмарлы осраҡтарын да төҙәтә ала. Үҙәктә көнөнә тиҫтәгә яҡын операция яһала. Операцияның ниндәй ҡатмарлыҡта булыуына ҡарамаҫтан уның барышын ошо бүлмәлә ошо быяла аша күҙәтергә мөмкин. Белгестәр, белемен камиллаштырған табиптар һәм студенттарға. Пациенттың туғандары һәм яҡындарына, әлбиттә, был бүлмәгә инеү тыйыла. Операция уңышлы тамамланғас профессор Мулдашев улар менән мотлаҡ осрашып, кәңәштәр бирә. Аллоплант беркетелгәс өс-дүрт айҙан һуң һөҙөмтәне нығытыр өсөн йәнә бер нисә тапҡыр табиптарға күренергә тура киләсәк. Яҡындағы Көнсығыш дәүләттәре өсөн хәҙер Рәсәйгә килеү шарттары еңелләште. Тимәк, күҙ һәм пластика хирургия үҙәге пациенттары сик үтеп инеүгә бәйле ҡаршылыҡтарға тарымаясаҡ.
Аллоплант мөғжизәһе
Тулыраҡ: Аллоплант мөғжизәһе