Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Австралияла 20 тонналыҡ таш тауҙан ауылға тәгәрәп төшкән. Ул 200 метрлыҡ бейеклектәге ҡаянан кителгән. Тау битенән тәгәрәп, тәүҙә ҡойманы, тимер баҫҡысты емергән, аҙаҡ бер йортҡа килеп бәрелгән. Бәхеткә күрә, йәрәхәтләнеүселәр юҡ.
  • Төркиәлә йөҙөү буйынса континент-ара ярыш ойошторолдо. 50 илдән ике мең ярымдан ашыу кеше Босфрор боғаҙы буйлап йөҙөп үтте. Дистанцияның оҙонлоғо 6,5 километр. Был сара утыҙ йыллап уҙғарыла һәм йылдан-йыл популярлыҡ яулай.
  • Ҡытайҙа хайуандар эҫенән интегә. Шэньян ҡалаһындағы зоопарк хеҙмәткәрҙәре ҡулдарынан килгәнсә тәрбиәләнеүселәренә ярҙам итә. Йәшелсә-емештәрҙе һыуытып, боҙ менән бергә бирәләр, һалҡын һыу менән ҡойондоралар. Ә панда бөтөнләй туңдырылған боҙҙан яһалған мендәрҙә ята.
  • Чайка, Волга, Москвич, Запорожец... Мәскәүҙә ретро автомобилдәрҙең парады ойошторолдо., советтар союзы осороноң 130-ҙан ашыу машинаһы Тарихи урамдар буйлап үткән. Уларҙың күбеһе 30-70-се йылдарҙа сығарылған, араларында сит илдә етештерелгәндәре лә бар.