Иң яҡшы ҡымыҙ - Әбйәлилдә

Тулыраҡ: Иң яҡшы ҡымыҙ - Әбйәлилдә

Әбйәлил районының Ирәндек хужалығы ҡымыҙы быйыл республика кимәлендә иң яҡшыһы тип танылды. Йәмғиәт 10 йылға яҡын тотороҡло үҫешеп килә, бында ҡымыҙ бешеүҙә яңы технологиялар ҙа ҡулланалар. Яңыраҡ заманса ҡоролма һатып алғандар. Ул ҡымыҙ бешеүселәрҙең эшен еңеләйтә, ҡымыҙҙың сифатын һаҡлап ҡала. Ирәндек хужалығы 2008-се йылда барлыҡҡа килә. Бер йылдан Рөстәм Мәхийәнов беренсе бейәһен һатып ала, өс йылдан бейәләре 12 башҡа етә һәм ҡымыҙ етештерә башлай. Хәҙер йүнселдең бер-нисә өйөрө һәм тиҫтәләгән бейәһе бар. Тәүҙә эшҡыуарға үҙенә “йүгерергә” тура килә. Хәҙер йәмғиәт бер-нисә кешене эш менән тәьмин иткән. Хужаға яҙҙан көҙгә тиклем һауынсылар ярҙам итә. Мал ҡараусылар йыл әйләнәһенә эшләй. Көнөнә бында уртаса 250 литр бейә һөтө һауыла. Хужа йыл һайын ҡымыҙ бешеүҙә ниндәйҙер яңылыҡ индерергә тырыша. Яңыраҡ, мәҫәлән, ҡымыҙҙы күпләп һәм сифатлы етештереү өсөн заманса ҡоролма һатып алғандар. Яңы ҡоролма сыр әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән. Әммә, хужа теләге буйынса, етештереүсе уны ҡымыҙ бешеү өсөн ҡулайлаштырған. Ҡымыҙҙы Асҡарға, Магнитогорск ҡалаһына һәм Өфөгә оҙаталар. Шифалы эсемлекте кешеләр үҙҙәре лә килеп ала. Әммә, ҡымыҙ бешеп кенә байып булмай. Йүнсел көҙөн һәм ҡышын ит менән шөғөллләнә. Йыл әйләнәһенә кәсеп итеү хужаға барлыҡ йөкләмәләрҙе үтәп сығырға мөмкинлек бирә. Рөстәм Мәхийәнов башҡорт тоҡомло йылҡыны ғына тота. Йыл һайын ул бейәләрен арттыра бара. Бында селекция эшенә лә иғтибар итәләр. Ҡымыҙ бешеүселәрҙең республика конкурсында Ирәндек хужалығы ҡымыҙы иң яҡшыһы тип танылды. Бәйге шарттары буйынса, киләһе йылда ҡымыҙсылар ярышы еңеүсенең тыуған яғында уҙғарыла. Бында бөгөндән әҙерлек эштәре башланған инде.