Краснокама районында йәшәүсе Садыҡовтар ғаиләһе үҙҙәренең алтын туйын билдәләне. Был видео Садыҡовтар ғаиләһенең алтын туй тантанаһында төшөрөлгән. Йәштән ҡауышып, матур ғаилә ҡороп, бер-береһенә булған хистәрен һыуындырмай оҙаҡ йылдар дуҫ-татыу йәшәгән парҙар 50 йылдан һуң ЗАГС бүлегендә йәш парҙай алтын балдаҡтар кейеп туй бейеүен бейенеләр. Краснокама районында йәшәүсе Садыҡовтар ғаиләһе 50 йыл бергә ғүмер итеүҙәрен үткәрергә теләмәһәләр ҙә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре бындай мөһим датанан ситкә ҡалмаҫҡа була. Һуғыштан һуңғы йылдар ауыр булыуға ҡарамаҫтан, тормош алдында баш эйеп ҡалманыҡ, ти ғаилә башлығы Хәбибйән Ғарип улы. Мәктәп йылдарынан алып бер-береһен белгән пар 3 балаға ғүмер иткән. Хәҙер инде балалары үҙ аллы тормош көтә. 50 йыл тормош йөгөн бер төптән тартҡан ныҡлы ғаилә йәштәргә лә матур өлгө. Икеһелә 70 йәште үтеүенә ҡарамаҫтан әле лә мал, ҡош-ҡорт аҫрай, умарта тоталар. Ярты быуаттан ашыу бергә ғүмер иткән Садыҡовтар ғаиләһе әле лә бер-береһенә оло терәк булып йәшәй. Был тормошта иң мөһиме бер-береңде аңлап, һөйөп, хөрмәт итеп йәшәү – ошо ла инде йәшәү мәғәнәһе, ти Садыҡорвтар ғаиләһе.