Миәкә районында Баҫыу көнө үтте. Республика семинар-кәңәшмәһе Машина-трактор станцияһы базаһында ойошторолдо. Сара барышында быйылғы ураҡ эштәренә рәсми старт бирелде. Миәкәтамаҡ янындағы баҫыуҙа заманса ауыл хужалығы техникаһы теҙелеп киткән. Бында йыйылған ауыл хужалығы эшсәндәре трактор һәм комбайндарҙың мөмкинлектәре менән таныша, уларҙы һатып алыу буйынса һөйләшеүҙәр алып бара. Семинар-кәңәшмәнең пленар өлөшөндә быйылғы ураҡ эштәрен ойоштороуҙағы мәсьәләләр өйрәнелде, ашлыҡты юғалтыуһыҙ йыйып алыу юлдары мөмкинлектәре барланып, бурыстар билдәләнде. Баҫыу көнөнә район хакимиәтте башлыҡтары, хужалыҡ етәкселәре саҡырылғайны. Бында 20-гә яҡын райондан килгән аграр тармаҡ белгестәре тәжрибә уртаҡлашты. Белгестәргә тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында үҫтерелгән иген культураларының төрлө сорты, нут, соя, етен, люпин, рапс кеүек техник культуралар күргәҙмәһе ойошторолдо. Улар хаҡында бирелгән белешмә лә фәһемле, файҙалы, ти агрономдар. Миәкә эшсәндәре иһә баҫыу көнөнә ентекләп әҙерләнгән. Быйыл миәкәләргә 83 мең гектар майҙанда ураҡ эштәре атҡараһы бар. Уларҙың 60 проценты иген культураларына тура килә. Баҫыу көнө семинар-кәңәшмәһе халыҡ-ара кимәлгә сыға. Быйыл был сарала Испания һәм Германия белгестәре ҡатнашты. Улар Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте йәнләндерергә теләй. Баҫыу көнөндә Ураҡ эштәренә рәсми старт бирелде. Быйыл Башҡортостан хужалыҡтарына кәмендә 2 миллион 800 мең тонна уңыш йыйып алыу бурысы ҡуйылған. Быйыл сәсеүлек майҙандары 3 миллион 100 мең гектар. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 3 процентҡа күберәк. Бындай семинар-кәңәшмә артабан тағы ла 4 зонала үтәсәк. Улар Ҡариҙел, Ҡыйғы, Ҡырмыҫҡалы райондары. Ә Баймаҡ районында баҫыу көнө был йома уҙғарыла.
Баҫыу көнө
Тулыраҡ: Баҫыу көнө