Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Японияла эҫенән 30 кеше һәләк булған. Меңдән ашыуы медицина ярҙамын һорап дауаханаларға мөрәжәғәт иткән. Ҡайһы бер төбәктәрҙә термометр бағанаһы 40 градусҡа тиклем күтәрелгән. Киото ҡалаһында бер аҙна инде 38 градус эҫе. Урындағы халыҡ та, метеорологтар ҙа бындай хәлде тәүгегә күҙәтәбеҙ, ти. Табиптар эҫе ҡапмаһын өсөн кешеләргә күберәк һыу эсергә, йомошһоҙ йорттарынан сыҡмаҫҡа кәңәш итә.
  • Греция урмандарын янғын ялмап алған. 47 кеше һәләк булған, 200-ҙән ашыуы төрлө йәрәхәттәр алған, араларында балалар ҙа бар. Ҡорбандарҙың һаны тағы ла артыуы ихтимал, сөнки ҡотҡарыусыларға юғалған яҡындары тураһында хәбәр итеп кешеләр шылтырата. Төбәктәрҙә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Сәғәтенә 80 километрға еткән ел хәлде ҡатмарлаштыра ғына. Бындай көслө янғын Грецияла 11 йылдан ашыу булмаған.
  • Рәсәй сәйәхәтсеһе Севастополдән Төркиәнең Анталья ҡалаһына тиклеп йөҙөп барып етергә йыйына. Юрий Бурлакка ике меңдән ашыу километрҙы үтергә тура киләсәк. Өҫтәүенә, ул һыу һәм аҙыҡ һалынған 500 килограммлы резина һалды һөйрәй. Шуныһы ғәжәйеп, 54 йәшлек йөҙөүсе – инвалид, уның умыртҡа һөйәге имгәнгән булған.
  • Ә Беларуссияның ҡырағай ҡабандары Литваға күсеп киткән. Сик хеҙмәте был күренеште видеоға төшөрөп интернетҡа һалған. Унан күренеүенсә, алтмышлаған хайуан бер илдән икенсеһенә йүгереп үтә. Операция ваҡытында бәләкәйҙәр икенсе илгә ҡасҡансы өйөр башлыҡтары һаҡта тора. Аҙаҡ үҙҙәре лә миграциялана.