Уның эштәрен белмәгән кеше һирәк

Тулыраҡ: Уның эштәрен белмәгән кеше һирәк

Краснокама районында йәшәүсе балта оҫтаһы Фирҙәүес Ғәниев 40 йылдан ашыу ағас эше менән шөғөлләнә. Уның эштәре республика, Рәсәй конкурстарында алдынғы урындар яулай. Ағас эше менән Фирҙәүес Ғәниев бала сағынан шөғөлләнә. һәм йылдан-йыл был һөнәрҙе ныҡлап үҙләштерә башлай. Хәҙер инде ағас эше оҫтаһы бер көнөн дә был һөнәрһеҙ үткәрә алмай. Венер Ғәниев та ҡартатаһы эҙҙәре буйлап барырға уйлай. Был айыуҙы ла улар бергә эшләй башлайҙар. Ҡайһы саҡта бер һауыт-һабаны эшләргә бер көндә етә, ә ҡайһы берәүҙәренә бер ай ваҡытта етмәй. Сөнки илһамдың ҡасан килерен бер ҡасан да белеп булмай, тип шаярта балта оҫтаһы. Фирҙәүес Ғәниев әйтеүенсә, был эштә иң мөһиме ағасты дөрөҫ һайларға. –Ошо ағас барамы, Фирҙәүес ағай? Әгәр ҙә йүкә кибеп бөтмәһә, эшләгән фигура шунда уҡ ярылып сыға. Ғәниевтар ғаиләһенең бәләкәй генә музейы ла бар. Унда балта оҫтаһының иң яҡшы эштәре һаҡлана. Һәм был коллекция көндән-көн арта ғына бара.