Башҡорт Дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында ойошторолған заманса инженер үҙәгендә теләгән һәр уҡыусы ял ваҡытында робот эшләү үҙенсәлектәре менән таныша ала. Уҡыусылар өсөн класс робототехника, электроника лабораториялары, прототиплау майҙансығы, рободром һәм пилотһыҙ осоу аппараттары менән ҡулайлаштырылған. Мария Чумакова эшләгән робот — ҡотҡарыусы робот тип атала. Уларҙы майҙансыҡҡа ебәрһәң, бер-береһен аңлау үҙенсәлегенә эйә, буш урында конструкторҙарҙы, йәки уҡыусылар уйлап сығарған шартлы йәрәхәтләнеүселәрҙе ҡотҡара һәм хәүефһеҙ урынға күсерә. Башҡорт Дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында ойошторолған заманса инженер үҙәгендә 200-ләгән бала шөғөлләнә. Улар робот эшләү олимпиадаларында ҡатнашып, призлы урындар ала. Быйыл да бишенсе класс уҡыусылары Виктория Трофимова һәм Виктория Гусятникова үҙҙәре эшләп сығарған роботтарын Бөтә Рәсәй кимәленә сығарасаҡ. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ технопарк мөмкинлектәрен быйыл республика башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәрендә ҡарағайны. Конкуренцияны үҫтереүгә кооперация йәки сәнәғәт процесын берләштереүҙә технопарктың ярҙамы ҙур, тип белдерҙе ул. Билдәле булыуынса, үҙәктә теләгән һәр уҡыусы шөғөлләнә ала. Улар тәүҙә робот эшләүҙең үҙенсәлектәре, серҙәре менән таныша. Балалар өсөн заманса инженер үҙәк юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында робот эшләү өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Был кабинетта роботтан тыш, башҡа әйберҙәр ҙә эшләйҙәр. Мәҫәлән, был тирмәне эшләү өсөн ике-өс ай ваҡыт сарыф ителә. Уҡыусылар әйтеүенсә, тирмә ябай түгел. Компьютерға тоташтырып, билдәләнгән урынына баҫһаң, уның ишеге асыла, кискеһен эске яғы яҡтыртыла һәм бында шулай уҡ сигнал биреү төймәһе лә урынлаштырылған. Технопарк уҡыусыларҙа инженер ижадына һөйөүҙе тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Юғары тәжрибәле уҡытыусылар инновация технологиялары һәм инженер эшенең төрлө йүнәлештәре менән дә таныштыра. Уҡыусылаға үҙ аллы шөғөлләнеү өсөн класс эсе робототехника һәм электроника лабораториялары, прототиплау майҙансығы, рободром һәм пилотһыҙ осоу аппараттары менән дә тәьмин ителгән.
Йәйҙе файҙалы үткәр
Тулыраҡ: Йәйҙе файҙалы үткәр