Башҡортостан дәүләт университетының Сибай институты һәм Стратегик тикшереүҙәр институты белгестәре федераль грант алыуға өлгәште. Уртаҡ проект сиктәрендә төбәктең үҙенсәлектәрен барлап халыҡтың йәшәү сифаты баһалана. Ғалимдар демография, экология, иҡтисади хәлде иҫәпкә алып райондарҙы тотроҡло йә көрсөк хәлендәгегә бүлә, аҙаҡ хәлде яҡшыртыу планын төҙөйәсәк. Артабан был тәжрибә Бөтә Рәсәй буйынса ҡулланыласаҡ.