Һайлауҙарға әҙерлек

Тулыраҡ: Һайлауҙарға әҙерлек

Төбәк һайлау комиссиялары күсмә һайлаусы технологияһы буйынса ғаризалар ҡабул итә башланы. 9 сентябрҙә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттарҙы үҙенә уңайлы участкала һайларға теләгән граждандар ошо хаҡта белдереп шулай уҡ күп функциялы үҙәктәрҙә һәм “Госуслуги” порталында ғариза ҡалдыра ала. Рәсми теркәлгән түгел, ә ғәмәлдә йәшәгән йә эшләгән урын буйынса тауыш биреү тәжрибәһе беренсе тапҡыр быйыл мартта Рәсәй Перзидентын һайлауҙа ҡулланылды. Ул ваҡытта Башҡортостанда ғына күсмә һайлаусы хоҡуғын 130 меңдән ашыу кеше файҙаланды. Рөстәм Камалтдинов 9 сентябрҙе эш урынында үткәрергә ниәтләй. Һайлаусы булараҡ конституцион хоҡуғын үтәү уға башҡаланың Минһажев урамында урынлашҡан 415-се һайлау участкаһында уңайлы. Бөгөн ул участка һайлау комиссияһына ошо хаҡта ғариза бирергә килде. Күсмә һайлаусы ғәмәле буйынса ғаризаларҙың күпселеген һайлау комиссиялары ҡабул итә. Бынан тыш ғаризаны күп функциялы үҙәк аша тапшырырға ла мөмкин. Үҙәктең иһә илдең ҡайһы төбәгендә урынлашыуы мөһим түгел. Ғаризалар 25 июлдән 5 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Һайлаусы ҡулында йыртма талон ҡала. Унда тауыш биреү өсөн һайланған участка һаны билдәләнгән. Уңайлы урында һайлауҙа ҡатнашыу теләге тураһындағы ғаризаны бер тапҡыр ғына бирергә ярай. Уның электрон варианты Госуслуги порталы аша ла ҡабул ителә. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре өсөн был йәһәттән махсус семинарҙар ойошторола. Тауыш биреүҙең яңы ысулы юлда, эштә һәм даими теркәү урыны булмаған һайлаусылар өсөн уңайлы. Мөмкинлеге сикле граждандар махсус уңайлыҡтары булған участкаларҙы һайлау хоҡуғын файҙалана. Билдәләнгән датаға тиклем ғариза яҙып өлгөрмәгән һайлаусылар 5 сентябрҙән 8-нә тиклем һайлау участкаларына барып махсус ғариза яҙа ала. Ул шулай уҡ һайлаусыға теләгән һәм үҙенә уңайлы участкала тауыш биреү хоҡуғын бирә.