Бөгөн күптән көтөлөп алынған Ағиҙел күпере асылды. Ярты йыл самаһы сәғәтләп тығында торған автомобилдәр хәҙер бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ хәрәкәт итә ала. Бөгөнгө яңылыҡ бигерәк тә автоһәүәҫкәрҙәр өсөн ҙур ҡыуаныс. Таңғы биштә Ағиҙел күпере буйлап яңы хәрәкәт асылғас, машина хужалары күптән көтөп алынған күпер аша үтеп хис-тойғолары менән уртаҡлашты. Ағиҙел күперен 1953 йылда төҙөй башлайҙар һәм өс йылдан һуң ул файҙаланыуға тапшырыла. 61 йыл хеҙмәт иткән күпер 2014 йылда тимер конструкцияларҙы тоташтырған бетондың ярылыуы сәбәпле былтыр декабрҙә ябыла. Баш ҡаланы бихисап ҡалалар һәм төбәктәр менән тоташтырыусы күперҙең ремонтҡа ябылыуы тығын барлыҡҡа килтереп, күптәр өсөн ҙур ауырлыҡтар тыуҙырғайны. Хәҙер күперҙән еңел машиналар ғына үтә аласаҡ, йөк транспортына йөрөү тыйыла. Бынан тыш, сәғәтенә 40 саҡрым тиҙлек сикләүе буласаҡ. Күпергә ингән саҡта махсус сикләү габарит ҡапҡалары һәм юл билдәре ҡуйылған. Күперҙә юл-патруль хеҙмәте экипаждары ла дежурҙа торасаҡ. Башҡортостан башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың был стратегик күперҙе төҙөкләндереү әмерен Юл хеҙмәткәрҙәре, Өфө хакимиәте, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре теүәл һәм етди үтәне. Әммә күперҙең хеҙмәт итеү ваҡытын оҙайтыу өсөн, ремонт эштәре дауам итәсәк әле. Хәҙер иһә күп сәғәтлек тығындарҙы машина хужаларына иҫләргә генә ҡала. Әйткәндәй, әле республикала Ағиҙел күперенән тыш, башҡа күперҙәрҙе лә төҙөү һәм ремонтлау эштәре алып барыла.
Ағиҙел күпере асылды
Тулыраҡ: Ағиҙел күпере асылды