Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек нормативтары сәләмәтлек ныҡлығын дәлилләгән мөһим күрһәткескә дәғүә итә. Рәсәй-Ҡытай халыҡтарының физик һаулығына бөгөн Өфөлә асылған фәнни симпозиумда баһа бирелә. Рәсәй һәм Ҡытайҙың спорт ведомстволары ойошторған сара быйыл алтынсы тапҡыр үтә. Уның тап Башҡортостанда саҡырылыуы осраҡлы түгел. 2019 йылда төбәк бөтә Донъя балалар уйындарын ҡаршыларға әҙерләнә. Спорт һәм сәләмәтлек өлкәһендә үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең физик әҙерлеге тураһында ике ил белгестәре ғилми тикшеренеүҙәр алып бара. Был йәһәттән Рәсәйҙә ГТО нормалары нигеҙ булараҡ алынһа, Ҡытайҙа 1979 йылғы реформаларға ярашлы балалар һәм үҫмерҙәрҙең физик әҙерлеге стандарттары ҡарала.
Әйткәндәй, Башҡортостандың тышҡы сауҙаһының 15 проценты Ҡытайға тура килә. Ике йыл элек Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарынан һуң Рәсәй, атап әйткәндә Башҡортостан һәм Ҡытай эшҡыуарҙарының хеҙмәттәшлеге әүҙемләште, тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов Ҡытай телевидениеһына биргән бер интервьюла. 2015 йылдан алып республикаға был илдән 50 делегация килгән, 20-нән ашыу килешеү төҙөлгән.