Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығы ярты йылда төрлө ойошма һәм компанияларға, шулай уҡ валсть органдары вәкилдәренә 13 миллион һумдан ашыу штраф һалған. Был суммалар теге йәки был өлкәгә бәйле ҡануниәтте боҙоуға, йә иһә айырым бер яҡтын мәнфәғәтен яҡлауға бәйле. Ошо турала монополияға ҡаршы көрәш буйынса Федераль хеҙмәттең республикалағы идаралығы етәксеһе Андрей Хомяков белдерә. Ведомство етәксеһе һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡанунды теүәл үтәмәү менән берлектә монополия тәртиптәрен һанға һуҡмаған ҙур предприятиелар ҙа бихисап. Дөйөм алғанда, тәртип боҙоуҙарҙың күп өлөшө электр энергияһына хаҡтар, реклама, нефть һәм нефть тауарҙары баҙарына, һыу менән тәьмин итеүгә ҡағыла.
Монополияға ҡаршы көрәш
Тулыраҡ: Монополияға ҡаршы көрәш