Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сирияла йәнә теракт. Эс-Сувейда ҡалаһында бер-нисә шартлау һөҙөмтәһендә 215 кеше һәләк булған, 180-не төрлө йәрәхәттәр алған. Был һөжүм Ислам дәүләте төркөмдәре тарафынан эшләнгән, тип хәбәр ителә.

Марста шыйыҡ һыу бар. Ул боҙ һәм саң ҡатламдары аҫтында табылған. Был турала Европа йыһан агенствоһы хәбәр итә. Белгестәр әйтеүенсә, был Ҡыҙыл планетала һыу барлығын иҫбатлаған тәүге ышандырырлыҡ дәлилдәр. Күлдең тәрәнлеге бер километр биш йөҙ метр, диаметры егерме километр. Ул йыһан нурҙарынан һаҡланған һәм унда тереклек өсөн шарттар бар, ти ғалимдар.

Байкал аръяғын һыу баҫҡан. Алты мең кеше йәшәгән унлаған ауыл, 800 йорт һыу аҫтында ҡалған. Рекордлы кимәлдәге ҡойма ямғырҙарҙан һуң юлдарҙы йыуған, 40-лаған автомобиль күпере емерелгән. Чита ҡалаһының гидрометерология үҙәге йылғаларҙа һыу кимәленең тағы ла артыуы тураһында иҫкәртә. Төбәктә ғәҙәттән тыш хәл индерелгән. Ғәрәсәт миллиард һумдан ашыу зыян килтергән.

Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай. Пилотһыҙ осоусы аппарат Грецияның урман янғындарынан зыян күргән Мафин ҡалаһын видеоға төшөргән. Афиндан 20 километр алыҫлыҡта ғына урынлашҡан курорт ҡалаһы бөтөнләй бушап ҡалған. Бында 26 ҡорбан табылған. Улар үҙҙәренең йорттарында, автомобилдәрендә төтөнгә тонсоғоп, йә янып үлгән. Дөйөм алғанда, Грецияла тәбиғәт ғәрәсәтенән етмеш туғыҙ кеше һәләк булған. Ҡотҡарыусылар юғалған кешеләрҙе эҙләүен дауам итә.