Бөгөн юғары уҡыу йорттарына документтар тапшырыуҙың һуңғы көнө

Тулыраҡ: Бөгөн юғары уҡыу йорттарына документтар тапшырыуҙың һуңғы көнө

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҡырға инеү кампанияһы 20-се июндә башланды. 11-се синыфты тамамлағандар бер юлы 5 юғары уҡыу йортона документтарын тапшыра ала. Беренсе һөҙөмтәләр был йәкшәмбе билдәле була. Искәндәр Хәлилов Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһын алтын миҙалға тамамлаған. Уҡып йөрөгән дә үк, ул нефтсе булырға хыяллана һәм теүәл фәндәрҙән тик бишлегә уҡый. Йәш егет Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырып 236 балл йыйған. Юғары уҡыу йорттары бөгөн сәғәт 5-кә тиклем абитуриенттарҙан документтар ҡабул итә. Уҡырға ингәндәрҙең исемлеге был йәкшәмбе баҫылып сыға. Был этапта юғары балл йыйғандар өмөт итә ала. Быйыл Өфө дәүләт нефть-техник университетына Цифрлы технологиялар һәм мәғлүмәтте һаҡлау факультетына иң күп ғаризалар ҡабул ителгән. Бер урынға 26 абитуриент дәғүә итә. Икенсе урында газ һәм химия йүнәлеше килә – 17 кеше. Килешеү буйынса уҡырға инергә теләгәндәр өсөн дә мәғлүмәт бар. Тирә-яҡ мөхит дизайны факультетында йылына түләүле уҡыу 164 мең һумға барып баҫасаҡ. Был аҙнала уҡырға инә алмағандарҙың тағы ла бер мөмкинлеге бар. 3-сө августа ҡалған буш урындарға уҡырға ингәндәрҙе алыу тураһында икенсе бойороҡ донъя күрә. Быйыл республика мәктәптәрен тамамлаған йәштәр өсөн 9 меңдән ашыу бюджет урыны булдырылды. Абитуриенттар 5 вузға һәм 3 йүнәлешкә ғаризалар бирә ала. Быйыл Башҡортостан юғары уҡыу йорттарын һайлаған йәштәргә ҙур матди ярҙам күрһәтеләсәк, бынан тыш, уҡырға ингәндәргә яҡшы стипендия түләнәсәк.