Был сирҙе йоҡтороусыларҙың күбеһе Өфөлә теркәлгән. Ҡыҙылсаның таралыуына белгестәр ата-әсәләрҙең балаларына вакцинация эшләтеүҙән баш тартыу сәбәпсе тип аңлата белгестәр. Ҡыҙылса һәм ҡыҙамыҡ. Был ике медицина терминдарыла күптәре өсөн бер вирус төрө кеүек билдәле. Тик белгестәр был вирустар бөтөнләй ике төрлө сир тип белдерә. Ҡыҙамыҡ бер төрлө вирус, ә ҡыҙылса бөтөнләй икенсе төр. Ошо ауырыуҙарға юлыҡмаҫ өсөн иң мөһиме ваҡытында прививка эшләү. Был вирустарҙан һаҡланыу өсөн балаларға 1 һәм 6 йәшендә 3 төрлө прививка эшләнелә. Улар паротит, ҡыҙамыҡ һәм ҡыҙылса ауырыуҙарына ҡаршы. Тик шулай ҙа республикала был ауырыу менән сирләүселәр осрап тора. Табиптар шулай уҡ сит илдәрҙә ял итергә теләүселәргә привкаларын тикшерергә саҡыра. Сөнки һуңғы йылдарҙа Европа илдәрендә мигранттарҙың артыуы был вирустарҙы йоҡтороу ихтималлығын арттыра. Беҙҙең телеканалдың “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуында Өфөнөң 4-се һанлы инфекцион поликлиникаһының табибы – инфекционист Зәлифә Йосопова менән ошо вирустар тураһында әңгәмә ҡорҙолар. Шулай ҙа ҡайһы бер ата-әсәләр поликлиникаларҙа махсус вакциналар етмәүенә зарлана. Елена Антонова шул сәбәпле үҙ аҡсаһына вакцинация эшләүселәрҙең береһе. Табиптар иһә бөтә дауахана-поликлиникаларҙа вакциналар етә тип белдерә. Табиптар билдәләүенсә, әгәр ҙә был ауырыуҙың беренсе симптомдары һиҙелә башлай икән, тимәк мотлаҡ дауаханаға мөрәжәғәт итер кәрәк. Сөнки ваҡытында мөрәжәғәт итмәү, һаулығығыҙ өсөн ҙур өҙлөгөүгә әйләнеүе ихтимал.
Башҡортостанда ҡыҙылса ауырыуы тарала
Тулыраҡ: Башҡортостанда ҡыҙылса ауырыуы тарала