Башҡортостанда капиталь ремонттан һуң күп ҡатлы йорттар тикшерелә. Торлаҡ һәм төҙөлөш тармағын күҙәтеү дәүләт хеҙмәте белгестәре әле эштәр тамамланған 381 йортто ҡарай. Тағы ла 500-ҙән ашыуында әле ремонт дауам итә. Әммә әленән үк уларҙа эштәрҙең тейешенсә башҡарылмауына ялыуҙар бар. Өфөләге 9 ҡатлы йорттоң өҫкө ҡатында йәшәүселәр бындай күренеште ярты быуатҡа яҡын күҙәтә. Май айында ниһәйәт ҡыйыҡта капиталь ремонт башлана. Эш өсөн 4 миллион 200 мең һум аҡса бүленә. Тик йорт хужаларына ҡыуанырға артыҡ сәбәп юҡ. Сифатлы ремонт урынына улар төҙөүселәрҙең яуапһыҙлығы менән көрәшергә мәжбүр. Был һәүәҫкәр видеояҙмала йорт советы рәйесе Надежда Казакова бетон япманың ни тиклем сифатһыҙ башҡарылыуын етәкселеккә күрһәтә. Ремонт эштәрен башҡарыусы ойошма вәкиле иҫке материал яҡын арала сығарып ташланасаҡ тип ышандырҙы. Ә бына капиталь ремонтҡа заказ биреүсе Төбәк операторы һәм төҙөлөш ойошмаһынан килгән тикшереүселәр бер ниндәй ҙә сараһын күрмәй, етешһеҙлектәрҙе актҡа теркәүҙән дә баш тарта ти йорт хужалары. Төбәк операторы был хәлгә асыҡлыҡ индереүҙән, әлбиттә баш тартты, шулай ҙа файҙаланылған материал сифатын тикшереүгә ебәреүҙәре хаҡында белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта эшселәр бөгөндән ҡыйыҡтың беренсе өлөшөнә махсус япманы һәлә башларға ниәтләй, йорт хужалары иһә башҡарылған эштәр актына ҡултамға ҡуйыуҙан баш тарта һәм ирекле экспертиза башҡарыуҙы талап итә.
Сифатлы ремонт урынына төҙөүселәрҙең яуапһыҙлығы
Тулыраҡ: Сифатлы ремонт урынына төҙөүселәрҙең яуапһыҙлығы