Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Дональд Трамп йондоҙһоҙ ҡалған. Голливудтағы “Дан аллеяһы”нда Америка президентының исеме яҙылған йондоҙҙо емергәндәр. Бер ир аллеяға кәйлә(кирка) алып инеп, иҫтәлекле билдәне саңға әйләндергәнсе онтаған. Һуңынан енәйәтсе үҙе полицияға килгән. Әйткәндәй, ике йыл элек тә Америка лидерының “йондоҙон” емергән булғандар.
  • Европала аномаль эҫе көндәр. Бындай һауа торошо төньяҡ ярымшар өсөн нормаға әйләнеүе ихтимал, ти ғалимдар. Норвегия менән Финляндияла термометр бағанаһы 33 градусҡа тиклем күтәрелгән. Медицина хеҙмәткәрҙәре һәм ҡотҡарыусылар әҙерҙә тора. Һауа температуаһы ике аҙнанан ғына төшә башлаясаҡ, ти синоптиктар.
  • Ә Францияла термометр бағанаһы +37 градусты күрһәтә. Ҡала халҡы эҫенән интегә. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа урамдағы бассейндарға төшөп, һыуыныу юлдарын эҙләй.
  • Германияның Франкфурт зоопаркында ҡырмыҫҡа ашаусының гигант балаһы тыуған. Өҫтәүенә, ул әсәһенең һөтөн эсә һәм тиҙ генә ауырлыҡ йыя. Хайуандар үҙен яҡшы тоя, ти ветеринарҙар.
  • Түбәнге Новгород өлкәһендә 50 метр тәрәнлектәге соҡор барлыҡҡа килгән. Диаметры – 32 метр. Карст соҡоро грунт һыуҙарының ерҙе йыуыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, зыян күреүселәр юҡ.