“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы тылсымлы таштар һәм уның эйәләре тураһында документаль фильмдар шәлкемен әҙерләй. Геройҙарҙың береһе Мәләүез районында йәшәүсе Нәсимә Әлмөхәмәтова. Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында ошо Иштуған ауылы республика картаһынан юғалырға тейеш ине. Исемдәре донъяға билдәле ике тиҫтә фән эшмәкәрҙәренең хуплауы менән , Ағиҙелде быуып, республиканың конъяғында урынлашҡан сәнәғәт ҡалаларын таҙа һыу менән тәъмин итеү маҡсатында, Иштуған һыуһаҡлағысы төҙөй башлағайнылар. Әммә 90 йылдың ташҡынлы майы миллионлап түгелгән аҡсаларҙы, йөҙәрләгән кешеләрҙең түккән хеҙмәтен бер сәғәт эсендә юҡҡа сығарҙы. Ауылды тоташ һыу баҫты, йөҙәрләгән кеше мөлкәтһеҙ, малһыҙ ҡалды. Күптәре ситкә китергә мәжбүр булды. Беҙҙең танышыбыҙ- Нәсимә Сабит ҡыҙы Әлмөхәмәтова ла Сахалинға тиклем барып етте. Ошо Иҙел буйында, нигеҙҙә Бөрйән,Мәләүез, Ишембай төбәктәрендә донъяны башҡаса күреүселәр, башҡасараҡ ҡомарлы кешеләр күрәҙәсе, имселәр осрап тора, дөрөҫөрәге һаҡланып ҡалған. 40 –сы йылдарҙа Сорғоязда йәшәүсе һуҡыр күрәҙәсе Гөлбан әбей ошо фәжиғәләрҙе күреп,Ағиҙелде өс тапҡыр быуып маташырҙар, килеп сыҡмаҫ, тип халыҡты киҫәткән дә бит... Бер уңмаһа, гел уңмаҫ, тиҙәр. Иштуған ауылы бөгөн һәүетемсә генә йәшәп ята, ике бинала ҡуҙ бар:ауыл администрацияһы һәм бигерәк тә Нәсимә апай йортонан кеше тәүлек әйләнәһенә өҙөлмәй. Беҙҙең күҙ өйрәнгән һауыҡтырыу, диагностика үҙәктәренән айырмалы рәүештә, һыңар аяҡта ғына торған иҫке йортто ямап,әбей хәленсә ҡабул итә, сөнки Һәргәйҙәге үҙ йортон ошо йылдарҙа рөхсәтһеҙ һатып ебәргәндәр. Аяуһыҙ ҡояш аҫтында ике айлыҡ сабыйҙан алып 94 йәшлек әбейгә тиклем серле таштан шифа көтөп сиратта тора. Тылсымлы таштар һәм уның эйәләре хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте беҙҙең каналда , журналист Луиза Фархшатова әҙерләгән документаль фильмдар шәлкеменән белерһегеҙ. Беҙҙе күҙәтеп барығыҙ.
Тылсымлы таштар эйәһе
Тулыраҡ: Тылсымлы таштар эйәһе