Өфө – Домжале

Тулыраҡ: Өфө – Домжале

“Өфө” футбол клубы яңы миҙгелде Европа лигаһындағы уйындар менән башланы. Баш ҡала командаһы “Нефтсе” стадионында турнирҙың 2-се квалификация уйынында “Домжале” футболсыларын ҡабул итте. Осрашыу тигеҙ 0-0 иҫәбенә тамамланды. Яуап уйыны 2-се августа Словенияның Домжале ҡалаһында уҙа. Ике осрашыу һөҙөмтәһе буйынса еңеүсе команда 3-сө һайлап алыу этабына сыға. Унда уңыш яулаған клуб төркөм этабында ҡатнашыу хоҡуғы ала.