Республикала «Трактор» операцияһы үтә

Тулыраҡ: Республикала «Трактор» операцияһы үтә

Уның барышында ҡала һәм райондар буйлап рейдтар ойошторола. Техник яҡтан төҙөк булмаған, кеше ғүмеренә, һаулығына һәм тирә-яҡ мөхиткә хәүеф тыуҙырыусы үҙйөрөшлө машиналар асыҡлана. Башҡортостандың Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы “Трактор” операцияһын Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә ойоштора. Техникаһы оҙаҡ йылдар тикшереү үтмәгән битараф хужалар байтаҡ. Бер аҙна эсендә республикала 300 ашыу ҡағиҙә боҙоу теркәлгән. Тәбиғәтте һаҡлауға ла Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҙур иғтибар бүленә. Мотлаҡ рәүештә трактор торбаһынан һауаға сыҡҡан ҡором күләме билдәләнә. Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре республика халҡын техникаға ҡарата иғтибарлы булырға, уларҙың төҙөклөгөн күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа саҡыра.