Тылсымлы асыштар эҙенән

Тулыраҡ: Тылсымлы асыштар эҙенән

Баймаҡ районында “Пржевальский эҙҙәре буйлап” туры үтте. Туристар өс көн дауамында Башҡортостандың хозур тәбиғәте, башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән яҡындан танышты. Мәскәү, Өфө, Испания, Октябрьский... был төбәктәрҙә йәшәүсе төрлө йәштәге туристарҙы “Пржевальский эҙҙәре буйлап” тип аталған тур бер урынға йыйҙы. Яңы проектҡа етәкселек иткән Артур Иҙелбаев һүҙҙәренсә, экспедицияның төп маҡсаты- башҡа милләт кешеләрендә Башҡортостандың хозур тәбиғәтенә, уның тарихы һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Туристарҙы тәүҙә Ейәнсура районында башҡорт милли кейемендә ҡаршы алдылар. Милли ризыҡтарҙы ауыҙ иткәс, һәр береһенә 20-се быуат башындағы кейем бирелде. Бындай әйбер — турҙың төп үҙенсәлеге. Башҡортостанда беренселәрҙән булып уҙғарылған “Пржевальский эҙҙәре буйлап” турына бөтәһе 17 кеше ғариза биргән. Баймаҡ районындағы тәбиғәт һәм иҫтәлекле урындар буйлап улар өс көн дауамында һыбай йөрөргә тейеш. Туҡталған һәр бер урында туристарҙы башҡорт милли кейемендә, ризыҡтар һәм ҡурай моңо менән ҡаршы алдылар.Ҡурай төйәгендә тыуып үҫкән Нурғәле Кәйекбирҙин килгән ҡунаҡтар алдында тәүҙә башҡорт музыка ҡоралының тарихын һөйләне һәм уны юнып төрлө көйҙәр сығарып күрһәтте. Яңы ғына әҙер булған ҡурай моңона һәр береһе кискә тиклем күңел асты, башҡорт бейеүҙәренә баҫты.Ҡала тауышынан арыныу һәм тән менән генә түгел, ә йән менән дә ял итеү өсөн ойошторолған тур барышында туристар яланда ҡуйылған тирмәләрҙә серем итте.Ҡунаҡтар өсөн алда төрлө көтөлмәгән бүләктәр әҙерләнгәйне. Мәҫәлән, турҙың икенсе көнөнә үк, ойоштороусылар иртәнсәк һыбай йөрөп, мылтыҡтан атып туристарҙы уятты. Милли ризыҡтарҙы ауыҙ иткәс, һәр береһе үҙҙәре теләгән ат һайланы. Ирәндек этно-ауылында бөтәһе 300-ләгән ат аҫырала. Һәр бер өйөрҙә утыҙышар бейә. Бер көн эсендә һауылған 200-ләгән литр һөттән хужалар ҡымыҙ, буҙа эшләй.Һыбай йөрөгәндә һәр береһенең ошондай өҫ-кейеме булырға тейеш. Беҙҙең ижади төркөмгә лә бындай кейем эләкте. Башҡортостандың тәбиғәте буйлап сәйәхәт иткәндә, шулай уҡ һәр береһенә ат бирелә. Мәҫәлән, миңә Умырзая тигән ат эләкте. (атҡа ултырам) Ат кешенең иң яҡын дуҫы тиҙәр. Әммә уны дөрөҫ аңлай ҙа белергә кәрәк. Беҙ ҙә Умырзая менән тиҙ уртаҡ тел табырбыҙ тип ышанам.Аттарҙы һайлағас, туристар Ирәндек тауына менергә һәм диңгеҙ кимәленән 800 метр бейеклектә булған, өс киртләсле Ғәҙелша шарлауығын күрергә тейеш ине. Бында ла уларҙы элекке ғөрөф-ғәҙәттәргә таянып, яланда аш-һыу көтә ине.Ирәндек тауындағы сәйәхәттән тыш, килгән ҡунаҡтарға солоҡсолоҡ эше менән дә танышыу бәхете тейҙе. 17-се быуаттағы йоланы ҡабаттан тергеҙеүсе Рамаҙан Аҫылғужин яңы алынған бал менән һыйланы.Туристарҙы бигерәк тә солоҡсолоҡ эшенә ҡағылған һорауҙар ҡыҙыҡһындарҙы. Ағас эсенән алынған балды беренсегә күреүселәр өсөн был яңы асыш булды. “Пржевальский эҙҙәре буйлап” турында алтын йыуыу эше лә индерелгән. Ойоштороусылар иһә туристарға башҡорттарҙың элек йылғанан нисек алтын эҙләгәндәрен һүрәтләп күрһәтте, уларҙың маһир һәм эшсән булыуы тураһында һөйләне. Теләгән һәр кем ҡулдарына махсус һауыт алып, алтын эҙләп тә ҡараны.Бер нисә көн буйы элекке заманға ҡараған кейемдә сәйәхәт итеү, тарих биттәренә сумыу маҡсаты менән ойошторолған тур күп илдәрҙә үткәрелә. Ял итеү генә түгел, ә элекке ваҡытҡа күҙ һалырға теләүселәр һаны йылдан-йыл артып тора.Беренсегә үткәрелгән турҙың әһәмиәтле һәм күңелле лә үтеүе башланған эште тулыһынса аҡлай. Киләһе сәйәхәт иһә сентябрь башына ҡаралған.