Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ҙе Интерсепт порталы хәбәр итеүенсә, Камерун армияһы һалдаттары балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы язалап үлтергән. Йәмәғәтселек талабынан һуң дүрт хәрби ҡулға алынған. Камерун террорға ҡаршы көрәштә Американың төп союзнигы. Һалдаттарҙың ябай кешеләр менән йыртҡыстарса ҡыланыуына ҡарамаҫтан, Вашингтон был илгә хәрби ярҙам күрһәтеүен дауам итә.

Калифорнияла урман янғындарынан 5 кеше һәләк булған. 20 кеше хәбәрһеҙ юғалған. 500 йортто ут ялмап алған. Хәүфле биләмәнән 40 мең самаһы кеше имен урынға күсерелгән.

Рязань өлкәһендә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында халыҡ-ара парашют фестивале үтә. Унда Рәсәйҙән, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән һәм Европанан 100 инвалид ҡатнаша.

Рәсәйҙә хәоби-диңгеҙ флоты көнө билдәләнде. Төп саралар Санкт-Петербургта үтте. Байрам Петропавловск ҡәлғәһе янында салют менән тамамланды.