Хәрби-диңгеҙ флоты көнө Башҡортостанда киң билдәләнде.

Тулыраҡ: Хәрби-диңгеҙ флоты көнө Башҡортостанда киң билдәләнде.

Өфөнөң Еңеү паркында моряктар һәм флот ветерандары тәбрикләнде. Данлыҡлы Андреев флагы һәм матростарҙың баш кейемдәре. Башҡортостанда хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итеүселәр күп. Әлбиттә, уларҙың барыһы ла Өфөгә байрамға килә алманы.Хәрби-диңгеҙ флоты Рәсәй бойондороҡһоҙлоғо һәм ҡеүәтенең ышаныслы терәге булып ҡала. Еңеү паркында үткән сарала моряктарға дәүләт наградалары тапшырылды. Тарих буйынса 1696 йылдың 30 октябрендә Петр 1 талабы буйынса Рәсәйҙә хәрби диңгеҙ флоты ойошторола. Шул йылдарҙа илдә кәмәләр төҙөү осоро башлана. Азов һәм Балтик флоттары барлыҡҡа килә. Артынса Тымыҡ океан, Ҡара диңгеҙ, Төньяҡ флоттары һәм Каспий флотилиялары ойошторола. Бөгөн флотта меңләгән яҡташтарыбыҙ лайыҡлы хеҙмәт итә. Республикала запастағы 40 меңдән ашыу офицер, мичман, матрос һәм старшина хәрби иҫәптә тора.