Ҡоштар осҡан бейеклектән ергә һикерергә бик һирәктәрҙең генә ҡыйыулығы етер. Первушино аэродром комплексына бейеклекте яратҡандар ғына йыйыла. Һүҙебеҙ парашют менән һикереүселәр тураһында булыр. Һауаға күтәрелер алдынан инструктор парашюттарҙың дөрөҫ тағылғанлығын тикшерә һәм ҡағиҙәләр тураһында иҫкәртә. Биш минуттан самолет ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе юғарыға алып менәсәк.Самолет бер нисә урауҙа юғарыға үрләй. Ер менән бәйләнеш өҙөлмәй.Төшөү урыны билдәләнгәндән һуң тәүге парашютсылар күренә.20-30 секунд һәм парашютсылар ерҙә.Инструкторҙар тәүге һикереүселәрҙе ҡабул итә, ә эстә киләһеләре әҙер. Парашют менән һикереүҙә үҙҙәрен инде тәжрибәле һанаған Булат һәм Рөстәм Миңлейәровтар атаһы менән ҡустыларын да һикерергә күндергән. Самолет йәнә һауаға күтәрелә һәм юғарыға үрләй. Ҡурҡыу белмәҫ егеттәр бер-береһен шаяртып та, йырҙар йырлап та өлгөрә.Бер аҙым һәм парашютсы ирекле осоу хәлендә. Аҫта күҙәтеүселәр йыйыла. Яҡындарының ергә имен-аман килеп төшөүен көтә улар. Ололар борсола, бәләкәстәр тиҙерәк үҫеп етеү тураһында хыяллана.Парашют менән һикереү шул тиклем ылыҡтыра, тиҙәр бер һикергәндәр һәм ҡабат-ҡабат ашҡынып Первушино аэродромына киләләр. Ҡош кеүек осоуҙың ҡабатланмаҫ тойғоларын кисереү теләге алып килә бында ҡыйыуҙарҙы.
Ҡыйыуҙар һәм тәүәкәлдәр
Тулыраҡ: Ҡыйыуҙар һәм тәүәкәлдәр