Әле дүрт хужалыҡта – Баҙы, Үҙәк МТС, Шаранагрогаз һәм бер нисә крәҫтиән-фермер хужалығында ужым арышын һәм бойҙай сабыу башланды. Районда баҫыуҙарҙың 29 мең гектарында иген сәселгән. Аграрийҙар ғәҙәти культуралар менән бер рәттән етен, гәрсис һәм рапс майҙандарын киңәйтә. Быйыл Шаранда техник май биреүсе үҫемлектәр ике мең гектарҙа үҫтерелә. Әлеге ваҡытта хужалыҡтар мал аҙығын әҙерләүҙе йомғаҡлап тулыһынса ураҡҡа күсергә ниәтләй.
Шаран районы хужалыҡтары ураҡҡа төштө
Тулыраҡ: Шаран районы хужалыҡтары ураҡҡа төштө