Ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса конкурс ВУЗ-дарҙағынан да юғары, бер урынға 20-30 кешегә тиклем барып етә. Хеҙмәт баҙарында бөгөн ниндәй белгестәргә һорау ҙур һәм ни өсөн аҡ яғалылар кәмей? Тик бишле билдәләренә өлгәшкән Ләйсәнде мәктәптә уҡытыусылары 11-ҙе тамамларға өндәй. Шулай ҙа ҡыҙ үҙенә буласаҡ һөнәрҙе әленән үк асыҡларға теләп Өфөгә килә. Ҡайһы берҙәре Берҙәм дәүләт имтихандарынан ҡурҡһа, икенселәре юғары белемде мотлаҡ кәрәк, тип тапмай. Сөнки бөгөн ҡул көсө менән эшләнгәндең хаҡы яҡшы. Юғары уҡыу йортона инер өсөн Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре мөһим булһа, 9-ҙан һуң килеүселәрҙе аттестаттағы баһаға ҡарап алалар. Быға тиклем юғары белем артынан ынтылыу ҡалыплашҡан булһа, бөгөн йәштәр һәм ата-әсәләр ысынбарлыҡтан, алған һөнәрҙең киләсәктә кәрәк булыуынан сығып күҙаллай. Төҙөүсе һөнәренең бер ҡасан да юҡҡа сыҡмаҫын аңлап, бөгөн тап ошо йүнәлеште һайлаусылар бихисап, араһында өлкәндәр ҙә етерлек. Юрийға мәҫәлән 33 йәш. Колледждар хеҙмәт баҙарындағы ихтыяжды иҫәпкә алып яңы йүнәлештәр ҙә аса. Бынан бер нисә йыл элек алыҫ киләсәк һөнәрҙәре тип булдырылған факультеттарҙа бөгөн конкурс иң ҙуры. Статистиканан күренеүенсә, колледж, училище тамамлаусыларҙың 80-90 проценты үҙ һөнәре буйынса эшкә урынлаша, шул уҡ ваҡытта юғары белемлеләрҙең ни бары яртыһы үҙ йәүнәлешендә эш таба.