Табиптар тәбиғәткә сыҡҡанда һаҡ булырға саҡыра

Тулыраҡ: Табиптар тәбиғәткә сыҡҡанда һаҡ булырға саҡыра

Геморрагик биҙгәк йоҡтороу ихтималлығы арта. Бөйөр синдромлы гемаррагик биҙгәк — тәбиғи сығанаҡлы йоғошло ауырыу. Уны башлыса йорт һәм ҡыр сысҡандары тарата. Сирҙең төп билдәләре: тән температураһының күтәрелеүе, баш һәм мускулдар ауыртыуы, дөйөм хәлһеҙлек. Ҡайһы берҙә танау тоноу, йүткереү, тамаҡ шешеүе күҙәтелә, ти табиптар. Гемаррагик биҙгәккә ҡаршы ниндәй ҙә булһа вакцина йәки иммуноглобулин юҡ. Уны тик дөйөм санитария ҡағиҙәләрен үтәп кенә иҫкәртергә мөмкин. Ә бер тапҡыр был сиргә юлыҡҡан кеше ҡабаттан ауырымаясаҡ, ти табиптар. Уның организмында ауырыуға ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килә. Башҡортостан табиптары сентябрь, октябрь айҙары хәүефле осор тип иҫәпләй. Шуны ла белеү мөһим: сысҡан биҙгәге кешенән кешегә йоҡмай. Ә баҡсала , баҡса йорттарында эшләгәндә, тәбиғәткә сыҡҡанда һаҡлыҡ сараларын үтәү мөһим.