Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Ислам дәүләте террорсылары Тажикстанда туристарға һөжүм иткән. Американан ике, Нидерландтарҙан һәм Швейцариянан берәр турист һәләк булған. 3 кеше йәрәхәтләнгән. Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, велосипедсылар төркөмөнә машина килеп менә. Һуңынан террорсылар автомобилдән сығып туристарға бысаҡ менән ташлана.
  • Америкала полиция хеҙмәткәрҙәре ҡара тәнле кешене атып үлтергән. Был хәл Миннеаполиста ҡаршылыҡ акцияларына сәбәп булған. Негрҙы атып үлтереүселәр административ ялға ебәрелгән.
  • Сочи ҡалаһында торлаҡ йорт янған. Унда 8 кешенең ғүмере өҙөлгән, 3 кеше йәрәхәтләнгән. Янғын сәбәбе шешелек бешереүгә бәйле булыуы ихтимал, тип хәбәр ителә. Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
  • Босния һәм Герцеговинала Боронғо күперҙән һикереү буйынса ярыштар үткән. Тарихсылар әйтеүенсә, бындай ярыштар күпер төҙөлгәс тә, 1566 йылда уҙғарыла башлаған һәм ҡала халҡы алдында дан һәм шөһрәт ҡаҙаныуҙың бер юлы булған.