Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү һәм теркәү тамамланды

Тулыраҡ: Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү һәм теркәү тамамланды

Әлеге ваҡытта “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының медиа үҙәгендә барған матбуғат конференцияһында республика һайлау комиссияһы вәкилдәре журналистарҙың һорауҙарына яуап бирә. Депутаттлыҡҡа кандидат булараҡ 8 сәйәси фирҡә исемлеге буйынса 1243 кандидат күрһәтелһә, шуларҙың бөгөнгә 736-һы теркәлгән. Улар 6 сәйәси фирҡәнән. Бер мандатлы округтар буйынса 290 кандидат теркәлгән. Уларҙың 284-е 10 сәйәси фирҡәнән, 6 кеше кандидат итеп үҙен үҙе күрһәткән. Кандидаттар күрһәтеү һәм теркәү кампанияһы барышында 2 фирҡәне теркәүҙә баш тартылған.