Өфөнөң Дим районында теркәлгән фажиғәле хәлгә бәйле бөгөн яңы мәғлүмәттәр билдәле булды. 9-сы ҡаттан ҡолап төшкән 9 йәшлек бала тиҙ ярҙам машинаһында йән биргән. Кисә Өфөнөң Дим районында 9 йәшлек бала бейеклектән ҡолап һәләк булғайны.Тиҙ медицина ярҙамы бригадаһы ваҡытында килеп етә, әммә баланы дауаханаға алып барып өлгөртә алмай. Йәйге осорҙа ошондай аяныслы хәлдәр республикала йыш теркәлә. Күптәр серәкәйҙән һаҡланыу өсөн тәҙрәләренә москит селтәрн элә. Балалар күп осраҡта шул селтәргә таянып ҡолап төшә.
9 йәшлек бала тиҙ ярҙам машинаһында йән биргән
Тулыраҡ: 9 йәшлек бала тиҙ ярҙам машинаһында йән биргән