Өфөлә бер төркөм студенттар практика менән эште бергә алып барып, тәжрибә туплайҙар, аҡса ла эшләйҙәр. Үҙҙәренә генә аңлайышлы терминдар менән остаз йәштәргә һуңғы кәңәштәрен бирә. Кисәге студенттар иңендә яуаплы эш: шкафтар йыйыу. Әммә ҡәҙимгесә шкаф менән уның формаһы ғына оҡшаш, ә эсендә меңдәрсә сым һәм шөрөф. Нефть тармағында ҡулланылған ҡоролмалар етештереү процессын автоматлаштырыуға тәғәйенләнгән. Проекттың баш инженеры Тимур Аҡбулатов әйтеүенсә, әһәмиәте һәм хаҡы буйынса ла ҡиммәтле шкафтар өҫтөндә эшләү хеҙмәт юлын башлап ҡына тороусы егеттәр өсөн тәүге ҙур һынау. Бында башлыса Өфө дәүләт нефть-техник һәм авиация университетының беренсе, икенсе курстарын тамамлаған студенттар. Улар тәүҙә ике аҙна практика үткән. Һуңынан һәр ҡайһыһының белеме һәм тәжрибәһенә ҡарап, ҡулынан килгән эште ҡушҡандар. Йәштәрҙең һәр береһенең остазы ла бар. Аңлашылмаған осраҡта, улар йәштәргә ярҙамға килә. Ойошмаға студенттарҙы йәлеп итеү, беренсенән электр-монтаж кеүек эштәрҙе тиҙләтергә ярҙам итә, икенсенән үҙҙәренә белгестәр ҙә әҙерләнә. Ике ай эсендә студенттар ярҙамы менән 20-нән ашыу ошондай махсус автоматлаштырыу шкафтары йыйылған. Улар илдең төрлө тарафтарында өҙлөкһөҙ уңышлы эшләп килә. Ә был заказдар тиҙҙән Алыҫ Көнсығышҡа оҙатыла.
Эшләгәнең – кешегә, өйрәнгәнең - үҙеңә
Тулыраҡ: Эшләгәнең – кешегә, өйрәнгәнең - үҙеңә