Тиҙҙән Әбйәлил районы Северный ауылында мал һуйыу цехы асыла

Тулыраҡ: Тиҙҙән Әбйәлил районы Северный ауылында мал һуйыу цехы асыла

Уны үҙ аҡсаһына крәҫтиән-фермер хужалығы төҙөгән. Киләсәктә бында хужалыҡ малы ғына түгел, ә ауыл халҡыныҡы ла килтереләсәк. Мал һуйыу өсөн тәғәйенләнгән модуль цехты күсереп йөрөтөргә лә мөмкин. Сериков крәҫтиән-фермер хужалығы 2000-се йылдарҙан алып тотороҡло үҫешеп килә. Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа хөкүмәттең ауыл хужалығына ҙур иғтибар бүлеүе яңы мөмкинлектәр аса. Хужалыҡ етәксеһе 14 миллион һумға иген эшкәртеү һәм киптереү цехы һатып алған. Был сумманың 6 миллион һумын ауыл хужалығы министрлығы субсидиялаған. Яңы цех сәғәтенә 100 тоннаға тиклем игенде тәүэшкәртә ала. Һуңынан ашлыҡ икенсе әйләнешкә ебәрелә. Шулай уҡ, бында уңышты ваҡытлыса һалып ҡуйып, киптерергә була. Был шарттар игендең күпмелер өлөшөн юғалтыуҙан һаҡлай. Хужалыҡта әле 250 баш мал аҫырала. Һыйырҙар элекке сусҡа фермаларында тотола. Был иһә тейешле нормаларға тап килмәй. Шуға бында 150 башҡа иҫәпләнгән яңы фермаға нигеҙ һалына. Икенсе йылға эштәр тамамланыр тип көтөлә. Яңыраҡ хужа мал һуйыу цехы ла һатып алған. Уның хаҡы 5 миллион һум. Ошо сумманың 2 миллион ярымын хөкүмәт ҡаплаған. Бында фермер үҙенең малын һуйып һатырға, ауыл халҡына ла хеҙмәт күрһәтергә уйлай. Крәҫтиән-фермер хужалығында 10 кеше эш менән тәьмин ителгән. Йүнселдең 1 мең 700 гектар ере бар. Унда ул иген культуралары һәм мал аҙығы үҫтерә. Фермер йыл һайын техникаһын да яңырта. Әммә, тағы ла үҫешер өсөн сәсеүлектәр етешмәй, ти тырыш хужа.