Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Рәсәйҙең һуғышыусы яҡтарҙы яраштырыу үҙәге белгестәре Сүриәнең Идлиб виләйәтендә гуманитар коридор асты. Бер тәүлектә генә экстремистар ҡарамағындағы биләмәнән йөҙләгән кеше-ҡатын-ҡыҙҙар, оло йәштәгеләр һәм балалар сыҡҡан.
  • Грецияла Мати курортында хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү дауам итә. Уттан ҡасып күптәр диңгеҙгә төшкән. Эҙләү-ҡотҡарыу эштәрендә ирекмәндәр командаһы ла ҡатнаша. Дайверҙар алдында һыуға батҡандарҙың барыһының да кәүҙәләрен ярға сығарыу бурысы ҡуйылған. Әлегә тик 8 кешенең генә кәүҙәһе табылған.
  • Европа берлеге Ҡырым күперен төҙөүҙә ҡатнашҡан компанияларға ҡарата санкциялар индерҙе. Исемлектә алты ойошма бар. Уларҙың Европа берлегенә ингән илдәр менән килешеүҙәре ғәмәлдән сығарыла. Ҡырымда йәшәүселәр үҙ теләге менән Рәсәйгә ҡушылды. Һуңынан бында Украинанан ҡалған харабаларҙы төҙөкләндереү башланды. Ҡырым күпере 15-се майҙа асылғайны. Уның аша тәүгеләрҙән булып КАМАЗ машинаһында рәсәй президенты үтте. Ҡырым хакимиәте башлығы Сергей Аксенов күперҙе берҙәмлек һәм азатлыҡ символы тип атаны.
  • Пакистан хәрбиҙәре һәм Рәсәй белгестәре Санкт-Петербург альпинисы Александр Гуковты ҡотҡарҙы. Ул аҙна дауамында Латок тауы һыртында ҡамауҙа ҡалғайны. Экстремал менән бергә булған Сергей Глазунов һәләк булды. Гуков 6 мең метрлыҡ бейеклектә нығынып аҙна буйы ашамайынса ҡотҡарыусылар килгәнен көттө. Әле ул дауаханала.
  • Мәскәү өлкәһенең Пушкино ҡалаһынан йыраҡ түгел Ярославль юлында йөк машинаһы йәйәүлеләр күперенә бәрелгән. Ҡоролма оло юлға ауған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, машинаның әрйәһе үҙ аллы күтәрелгән. Аваряи эҙемтәләрен бөтөргән ваҡытта хәрәкәт туҡтатылған.