Бөгөндән эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы арта

Тулыраҡ: Бөгөндән эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы арта

Ул 2017-се йыл дауамында пенсия йәшендәгеләр өсөн страховка иғәнәләре түләнгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙә ҡағыла. Бөгөндән шулай уҡ тимер юл пассажирҙарын да үҙгәрештәр көтә. Бынан ары поездар теҙмәһе урындағы ваҡыт буйынса иҫәпләнәсәк. Йәғни, билеттарҙа урындағы ваҡыт күрһәтелә. Беренсе августан билметрикалы сит ил паспортына дәүләт пошлинаһы арта. Ошо сәбәпле Рязань урамындағы йортта халыҡ иртәнге биштән сиратҡа баҫа.

Беренсе ҡатта беренсе сират берҙән бер эшләгән терминалдан белгес тәҙрәһенә юллама алыу өсөн. Бәхетлеләр артабан икенсе ҡатҡа йәнә ике сиратҡа баҫырға әҙерләнә.Миграция мәсьәләләре буйынса идарлыҡтағы йәнлелекте халыҡ тап хаҡтар артыу менән бәйләй. 10 йылға иҫәпләнгән сит ил паспорты оло кешегә хәҙер 5, балаға 2 мең ярым һумға төшәсәк.Водитель таныҡлығын яңы өлгөләгеһенә алмаштырыу өсөн дә хәҙер өс мең һум сығарып һалырға тура киләсәк. Машинаны теркәү таныҡлығының пластик өлгөһө бөгөндән мең ярым һум тора. Федераль һалым хеҙмәтенең “Асыҡ бизнес” тигән өр-яңы проектына ла беренсе августан старт бирелде. Ул эшлекле партнерҙарҙың ышаныслылығын кисекмәҫтән тикшереү мөмкинлеген бирә. Һалымдарға ҡағылған сер булмаған мәғлүмәтте асыу эшҡыуарлыҡ предприятиеларының штраф һәм пеня күләмен, һалымдар буйынса закон боҙоу осраҡтарын фашлай. Бынан тыш компанияның рәсми финанс отчеттарына ярашлы хеҙмәткәрҙәр һанын, килем һәм сығымдар кимәлен дә белергә булышлыҡ итә. Беренсе августан тағы ла бер яңылыҡ — 39 градустан кәм иҫерткес эсемлектәрҙең хаҡы ҡиммәтләнә. Финанс министрлығы был ысул менән төрлө көстәге спиртлы эсемлектәрҙең минималь хаҡын тигеҙләй.