Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәүсе Рима Хәмиҙуллина йылына ике йөҙләгән банка уңыш тоҙлай. Артып ҡалғанын ул баҙарға сығарып һата. Оҫта хужабикәнең хәҙер даими клиенттары ла бар. Ҡыяр менән помидорҙы ҡышҡылыҡҡа тоҙлап ҡуйыр өсөн өлгөргән уңышты ғына йыйып алырға кәрәк. Баҡса ҙур булғас, йәшелсәләрҙе лә йыл һайын күп һәм төрлөләштереп сәсергә тырышабыҙ, ти хужабикә Рима Хәмиҙуллина.Бәләкәй сағынан әсәһенән күреп-белеп үҫкән ханым хәҙер үҙенең ейәнсәрен тоҙлау-бешереү серҙәренә өйрәтә. Ишембай ҡалаһынан йәйге каникулға ял итергә килгән Лия Фәхретдинова олатай-өләсәһенә көн дә баҡса эшендә ярҙамлаша. Йәшелсәнән тыш, баҡсаны шулай уҡ виноград, сейә, алма ағастары биҙәй. Уның емештәре мул һәм һутлы булһын өсөн дөрөҫ тәрбиә лә бирә белергә кәрәк. Йыйылған уңыш бер ваҡытта ла әрәм булмай, ти хужабикә. Һәр йәй һайын ҡыҙҙары менән бер өҫтәл янында йыйылған уңыштарҙан төрлө ризыҡтар эшләү ҙур йолаға әйләнгән.Оҫта хужабикәләрҙең ике йөҙләп банкаға тултырылған уңышы бер ваҡытта ла боҙолмай. Ҡапҡастары атмаһын өсөн, һыуҙы ла тултырғансы һалыу мотлаҡ, ти улар. Тәме тағы ла татлыраҡ булһын өсөн, укроп, ҡарағат, сейә япраҡтарын ҡушалар.Артып ҡалған уңышты ғаилә баҙарға сығара. Бигерәк тә Ишембай, Стәрлетамаҡ, Мәләүез ҡала халҡы ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән уңышты яратып һатып ала. Интернет селтәрендә лә улар яңы төркөм асып, уңышты ҡышҡылыҡҡа әҙерләү серҙәре менән бүлешә. Хужабикәләр аҙнаһына утыҙлаған банка ҡыяр, помидор тоҙлай. Һатып алыусылар һаны ла йылдан йыл күбәйә, ти улар. Әллә нисәмә банка артып та ҡала. Мәҫәлән, был былтырғы уңыш. Уның ҡыяры һаман да ҡытырлап тора һәм тәме лә һаҡланған.Рима Хәмиҙуллина өсөн баҡса эше һәм уның уңышын йыйып алыу ҙур ҡыуаныс ҡына килтерә. Киләһе йылдарҙа ла ул, йәшелсә сорттарын йәнә арттырырға һәм тоҙлау ысулдарын төрлөләндерергә теләй.
Уңған ҡулда ут уйнай
Тулыраҡ: Уңған ҡулда ут уйнай