Өфөлә башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев һәйкәлен мәсхәрәләгәндәр

Тулыраҡ: Өфөлә башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев һәйкәлен мәсхәрәләгәндәр

Был видеоны шаһиттар төшөрөп алған. Күреүегеҙсә, әлегә билдәһеҙ кешеләр постаментҡа, хатта һәйкәлдең иң бейек нөктәһенә тиклем менгән. Был ҡәтғи тыйыла һәм милли герой һәйкәлен мәсхәрәләү, тип ҡабул ителә. Социаль селтәрҙә был зәңгәр береттарҙың ҡырын эше тигән хәбәр бар. Әммә десантсылар мәғлүмәтте кире ҡаҡты.Рәсәй Енәйәт кодексына ярашлы, һәйкәлдәрҙе мәсхәрәләгән кешеләргә 40 мең һум күләмендә штраф ҡаралған йәки уларҙың өс айға тиклем ҡулға алыныуы ихтимал.